ҒӘҘӘТИ ВАҠИҒАҒА ЯҢЫСА ҠАРАШ

942

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында — яңы премьера. Драмеди, йәғни комедия-драма жанрындағы «Йәшәгән ти…» спектакле, тәү ҡарашҡа, ябай кешеләрҙең ябай тормошо тураһында һөйләй кеүек.

Тамашасыға премьера бик оҡшаны, сөнки улар унда иланы ла, тормошобоҙға хас ҡайһы бер нәмәләр тураһында ла уйлана алды. Һәр хәлдә, бер кем дә был тарихҡа битараф ҡалманы. Мария Ладоның пьесаһын башҡортсаға тәржемәләүсе Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтың, режиссер — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимовтың һәм спектаклде бар итеү өсөн хеҙмәтен һалыусыларҙың барыһының да уңышы шундалыр.
Ваҡиға, ысынлап та, ғәҙәти. Сәхнәләге һарайҙа Зорька исемле һыйыр (Гүзәл Әйүпова), Сестричка исемле ҡарт бейә (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зифа Дәүләтбаева), Крепыш исемле эт (Шәһит Хамматов), Әтәс (Салауат Юлдашбаев), Сусҡа (Ләйсән Миңлеғәлиева) йәшәй. Милли йәштәр театры репертуарының ярайһы өлөшө балаларға тәғәйенләнгән әкиәт-спектаклдәрҙән тороуын иҫәпкә алғанда, актерҙарға был ролдәрҙе уйнауы ауырлыҡтар тыуҙырмаған, киреһенсә, барыһы ла үтә тәбиғи килеп сыҡты. Бер кем дә артығын уйнаманы, сусҡала — сусҡаны, һыйырҙа һыйырҙы таныныҡ, Әтәстең дә маҡтансыҡ булыуы өҫтөнә бер аҙ ҡурҡағыраҡ икәнен белә инек, Эттәрҙең дә изге күңелле, бер ҡатлы булыуын инҡар итә алмайбыҙ. Дини, мәҙәни традицияларыбыҙ үҙенсәлеге һөҙөмтәһендә ошоға тиклем сусҡаның булмышына күңел һалып баҡҡаныбыҙ булмаһа ла, уның һөйөүгә һәм наҙға тулы хыялый бер йән эйәһе икәнен күрҙек. Гөлбинә Сафуанованың Хужабикәһе иһә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡы, иренән уҙып һүҙ әйтмәй. Илнур Лоҡмановтың Хужаһы ҡаты күңелле, үҙе ҡорған матди донъяһына мөкиббән киткән. Уның Күршеһе иһә, киреһенсә, мал табырға эшкинмәгән, эсергә яратҡан кеше.
Әйткәндәй, бөтөн ролдәр араһында Зөлфәр Әхмәтовтың ошо образы һине нығыраҡ арбай. Уның ошо көнгә төшөүен драматург үҙенсә аҡлай ҙа, йәнәһе, кеҫәһендә елдәр уйнап тороуында, эскелеккә һабышыуында реформалар, банкыларҙа һаҡланған аҡсаларының «яныуы», ҡатынының ауырып үлеп китеүе «ғәйепле». Яҡын таныштарыбыҙ араһында ла ошо рәүешле эскелек ҡоло булған кешеләрҙең ғаиләһенә, балаларына көн күрһәтмәй йәшәүен күреп йөрөһәк тә, уларҙың, хатта ни тиклем изге күңелле булһа ла, фәрештәгә әйләнмәҫен белһәк тә, Зөлфәр Әхмәтовтың персонажы фәрештәгә әүерелеренә (шул уҡ эскесе!) мөкиббән ышанаһың. Актер үҙ геройының адвокаты булырға тейеш, тигәнде йыш ишетәбеҙ, әммә ошо кимәлдә үҙ геройын яраттыра алған актерҙы тамашасы әлегә күргәне булмағандыр, ай-һай.
Бына ошо ғәҙәти генә тормош менән йәшәп ятҡанда бөгөнгө көн күҙлегенән ғәҙәти генә ваҡиға була. Хужаның ҡыҙы Даша (Лилиә Исҡужина) Күршенең улы Алексейға (Вадим Ҡылысов) атай буласағын һөйөнсөләй. Был хәлде лә еңел генә хәл итергә булыр ине, етмәһә, йәштәр ҙә тыуасаҡ бала алдындағы яуаплылыҡтан баш тармай. Әммә Хужа Күршеһе менән туғанлашырға теләмәй. «Бөгөн барыһы ла шулай эшләй», — тип абортҡа ризалашҡан Алексейҙың ошо һүҙҙәренән һуң тамашасының күңелендә тыныслыҡ юғалалыр, моғайын. Баланың ғүмерен ҡыйыу, шулай уҡ ғаилә ҡормаған ҡыҙҙарҙың абортҡа барыуы ла, аҡсаның кешелеклек сифаттарын юйып ташлауы ла бөгөн ғәҙәти күренешкә әүерелеүе ҡурҡыныс түгелме ни? Хужаһы һуйғандан һуң Сусҡаның фәрештәгә әүерелеп, кире һарайға ҡайтыуы, охмахта кешеләрҙең күп булмауы тураһында һөйләүе, мал-тыуарҙың кешеләргә генә хас ҡылыҡтар тураһындағы әңгәмәләре лә уйланырға мәжбүр итә. Һуңынан бөтәһен дә бәхетле иткән ғәҙәти генә финал — йәш әсәй менән атайҙың ҡулындағы бәпес, шатлыҡтан нимә эшләргә белмәгән олатай менән өләсәй… Ошонан башҡа кешегә тағы ла нимә кәрәк?

Ләйсән ДАЯНОВА.

http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=3711