«БЕҘҘЕҢ ӨЙҘӨҢ ЙӘМЕ» ҠАҘАНДЫ ЛА ЙӘМЛӘНЕ

1129

 

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры “Ҙур гастрольдар” федераль проектына ярашлы Ҡазан ҡалаһында гастролдәрҙә йөрөп ҡайтты.

Дүрт көн буйы иртәнге, көндөҙгө һәм киске спектаклдәр ҡуйылды. Иртәнге һәм көндөҙгө тамашаларға мәктәп балалары йөрөнө. Ғабдулла Кариев исемендәге Ҡазан татар дәүләт йәш тамашасы театры был көндәрҙә гөрләп торҙо. Джанни Родариҙың «Чиполлино», Ульрих Хубтың «Нух кәмәһе» һәм Мостай Кәримдең 100 йыллығына арнап, уның әҫәрҙәре буйынса сәхнәләштерелгән «Тылсымлы тирмән» спектакле лә йәш тамашасылар өсөн күрһәтелде.
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл, Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы «Беҙҙең өйҙөң йәме» һәм Мөхәмәтша Буранғоловтоң «Башҡорт туйы» спектаклдәре ҡуйылды. Быларҙан тыш, тамашасылар М.Багаевтың «Аҡса булһа бер муҡса» комедияһын да ҡарап кинәнде.
Тамашасылар менән аралашҡанда, беҙҙең тамашалар тураһында фекерҙәрен һораштыҡ. Күрһәтелгән һәр сәхнә әҫәрен дә: «Оҡшаны, шәп!» – тип баһаланылар. Мостай кәримдең мәңгелек әҫәре туранһында: ««Беҙҙең өйҙөң йәме»»н – Ҡаҙан ҡалаһына килгән һайын алып килегеҙ,» – тинеләр.
Ихлас тамашасы һәр спектакль һуңында артистарҙы бик оҙаҡ сәхнәнән ебәрмәй, алҡыштарға күмде. Үтә ҡыйыуыраҡтары сәхнәгә үк күтәрелеп, артистар менән ҡул бирешеп, рәхмәттәрен еткерҙе, фотоға төштө.