«Бер-ике һүҙ… »

1034

2009 йылда юғары уҡыу йортон тамамлағас, тура Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына килеп хеҙмәт юлын актер булып башлағайны Шәһит Хамматов. Ошо ун йыл эсендә рус һәм башҡорт телендә ҡырҡҡа яҡын роль сығарып өлгөрҙө. А.Островскийҙың  «Йәшен»ендә  Маратик, М.Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә – Хәмзә, М.Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме»ндә – Яҡуп, М.Буранғоловтоң «Башҡорт туйы»нда – Асман, М.Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!»ында – Гермес, һәм башҡалар. Ниндәй генә ролде лә тап шәһитсә оҫталыҡ менән башҡарып, тамашасы күңеленә барып инеү һәләте бар уның. Лирик геройҙы ла, драматик, трагик ролдәрҙе лә, комик персонаждарҙы ла бөтә ихласлығы менән уйнаған оҫта артист булып танылды. Бынан тыш, киноларҙа төшөргә, телевидениеға ла алып барыусы итеп саҡырылып тора.Театрҙа эшләүенең ун йыл тулыуын Шәһит коллективына, туғандарына, остаздарына, тамашасыһына рәхмәт йөҙөнән ғәҙәти булмағанса итеп үткәрергә ниәтләй. “Бер-ике һүҙ…” тип атаған сараһын. Сценарий авторы – Лилиә Исҡужина һәм Азамат Юлдашбаев. Режиссеры – Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Азат Йыһаншин.

– Тамашасым менән һөйләшеп алырға булдым, – ти Шәһит Хамматов. – Миңә сәхнә аша аралашырға мөмкинлек бирелгән икән, ҡулланырға бурыслымын. Ҡыуаныс-хәсрәттәр ҙә йәшеренеп ҡалмаҫ, иң яҡын кешеләр менән мөнәсәбәт, дуҫлыҡ, мөхәббәт һәм башҡалар тураһында.

15 ноябрь Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында, башлана 19.00 сәғәттә.

Билеттар театр кассаһында һатыла.