Был ҡыҙҙар спектаклдә уйнаясаҡ

168

Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барыусылар, моғайын, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында буласаҡ яңы премьера тураһында иғландарға тап булғандыр. Март айында сығасаҡ «Уйҙарымдан ғына юғалма» (төрөк авторы Р.Н. Гюнтекиндың «Королек – птичка певчая» романы нигеҙендә яҙылған) спектаклендә балалар ҙа ҡатнашыуы көтөлә.

CNjzjR3w2Tg.jpgЙәш артистар менән танышып китәйек: Мәҙинә Хәмиҙуллинаға –11 йәш, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге 6j8i9DRfb3I.jpgреспублика интернат-гимназияһында V синыфта уҡый, гимназияның «Ялҡын» өлгөлө коллективы актрисаһы. Һүрәт төшөрөргә, тәмлекәстәр бешерергә ярата. Матур, заманса макияж һала белә. Тасуири итеп шиғырҙар һөйләй, III синыфта уҡығанда «Урал батыр» эпосының 500 юлын ятлаған. Флейтала, фортепьянола уйнай. Бөтә эште лә ҙур теләк менән башҡарыуы һоҡландыра. Репетицияларға ла ҙур теләк менән йөрөй, роленә бар күңелен, оҫталығын биреп уйнай.
Айым Илғыуатоваға – 11 йәш. Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының V синыфында уҡый. Айым да – әсәһенең ярҙамсыһы, бешеренеүҙә, өй йыйыштырыуҙа әсәһенең уң ҡулы. Әсәһе, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Сулпан Әбдрәхимова ҡыҙы менән ғорурлана. Айым видеолар төшөрөү менән мауыға, бейей, матур итеп һүрәт төшөрә. Ә үҫкәс, ул ветеринар булырға хыяллана. Хайуандар ярата.
Ләйлә Күлбаеваға – 13 йәш. Бәләкәй актрисалар араһында иң нескә күңеллеһелер, моғайын. Роленең һәр һүҙен йөрәге аша үткәргәне күҙгә ташлана. Буласаҡ режиссер бәләкәй сағынан театрҙа йыш була. Ата-әсәһенең эше менән бик яҡшы таныш (атаһы – Мөсәлим Күлбаев – театр режиссёры, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты; әсәһе –Аида Күлбаева, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы). Ләйлә Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының VII синыфында уҡый. Ҡул эштәре менән шөғөлләнергә, иншалар яҙырға ярата, бик ижади кеше.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Уйҙарымдан ғына юғалма» спектакле премьераһы 6,7 мартҡа планлаштырылған.

Рәзилә Ырыҫҡужина,
театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөхәррире.