День национального костюма

204
  • В Башкортостане в дружбе и согласии проживает более 160 народностей. Национальные костюмы народов являются отражением быта, традиций, олицетворяют богатство внутреннего мира.
    В Национальном молодежном театре РБ им. Мустая Карима немало спектаклей пронизанных национальным духом, показывающих всю красоту народных обычаев и костюмов. К 100-летию Республики Башкортостан выпущены спектакли «Долгое-долгое детство» по повести Мустая Карима и музыкальная драма «Башҡорт туйы» («Башкирская свадьба») Мухаметши Бурангулова. В них показаны не только повседневные и праздничные ритуалы, но и большое внимание уделено башкирским национальным костюмам, их аутентичности и разнообразию.
    В День национального костюма народов Республики Башкортостан НМТ РБ им. Мустая Карима подготовил видеоролик с отрывками из этих и других постановок, а также фотографиями из личного архива артистов и сотрудников театра. Музыкальным оформлением ролика служат народные и авторские мелодии заслуженного деятеля искусств Республики Башкортостан Ильшата Яхина.

    Билдәле булыуынса, республикабыҙҙа йөҙҙән артыҡ милләт вәкилдәре йәшәй. Улар Башҡортостанды үҙ тейәге итеп, татыулыҡты, берҙәмлекте, мәҙәниәтте үҫтереүгә булышлыҡ итә. Һәр милләт үҙенең көнкүрешенә, йолаларына яраҡлаштырып, милли кейемен дә булдырған. Милли кейем халыҡтың тышҡы ҡиәфәтен генә түгел, эске донъяһын сағылдыра. Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында милли рух менән һуғарылған, милли йолаларҙы, кейемдәрҙе бар нескәлегендә сағылдырған тамашалар бихисап. Улар һәр ижади миҙгел һайын сығып тора. Республикабыҙ ойошторолоуының 100 йыл тулыуына Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса ҡуйылған спектаклдә, Мөхәммәтша Буранғоловтоң “Башҡорт туйы” музыкаль драмаһында башҡорт халҡының көнкүреш, байрам йолалары ғына һүрәтләнмәй, тамашасы иғтибарын тәү сиратта милли кейем йәлеп итеүе лә сер түгел. Милли кейемдәр байрамына театр ошо һәм башҡа тамашаларҙан өҙөктәр, театр хеҙмәткәрҙәренең, актерҙарының милли кейемдә төшкән шәхси фотоһүрәттәрен бер яҙмаға туплап тәҡдим итә. Яҙмала композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин эшкәртеүендә автор һәм халыҡ көйҙәре ҡулланылды.