Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры – республиканың йәш ижади коллективтарының береһе. Театр үҙенең төп маҡсаты итеп, балаларҙы һәм йәштәрҙе матурлыҡ, изгелек һәм хозурлыҡ донъяһына әйҙәү йүнәлешен ҡуя. Репертуарын төҙөгәндә лә, ижади коллектив романтик йүнәлештән тайпылмай. Шуға ла, репертуарҙа башҡорт, рус һәм сит ил классикаһы, милли һәм заманса бай йөкмәткеле мауыҡтырғыс пьесалар ҙур урын биләй. 25 йыллыҡ ижади ғүмерендә милли йәштәр театры ике йөҙгә яҡын спектаклде сәхнәгә сығарған. М.Кәримдең “Салауат”, “Беҙҙең өйҙөң йәме”, А.Чеховтың “Чайка”, Г.Гориндың “Чума на оба ваши дома”, А.Пушкиндың “Граф Нулин”, У.Шекспирҙың “Ромео һәм Джульетта”, И.Вәлиевтың “Мөхәббәт китабы” һәм башҡа спектаклдәре республика ғына тңгел, Рәсәй, сит ил тамашасыһының да күңеленә хуш килде.

22 — 24 апрель көндәре милли йәштәр театры үҙенең онотолмаҫ тамашалары менән Бөрйән районы халҡын ҡыуандырмаҡсы. Һуңғы ун биш йылда театр Бөрйән яҡтарында булғаны юҡ. Һағынып күрешеү хөрмәтенә, пьесалар тамашасының иң бәләкәйҙәренән алып ололарға тиклем бағышлап алып киленә. Кескәйҙәр өсөн Д.Родариның “Чиполлино”һы башҡорт телендә күрһәтелһә, М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” һуғыш тарихына битараф булмағандарҙың барыһы өсөн дә тәғәйенләнә. Әйткәндәй, “Беҙҙң өйөҙөң йәме” спектакле VI Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр өсөн “Золотая репка” театр фестивалендә, IV “Туғанлыҡ” төрки телле театрҙарҙың халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып, жюри тарафынан яҡшы баһалар алды. М.Кәримдең был үлемһеҙ әҫәрен БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре режиссер М.Күлбаев сәхәнәләштергән.

Т.Миңнуллиндың “Йәнкиҫәкәйем” тип исемләнгән музыкаль-лирик комедияһын ҡарамай ҡалыу үҙеңде күңелле, хисле бер илаһи кистән мәхрүм итеү буласаҡ. Был пьесала рәхәтләнеп көлөргә лә, ғибрәт ҡылырға ла, уйланырға ла, фәһем алырға ла урын бар. Беҙ был ерҙә тик беҙ – кешеләр генә көн итәбеҙ һәм беҙ донъяның хужаһы, тип уйлайбыҙ. Юҡ, тик улай ғына түгел икән шул. Беҙҙең кеүек йәшәй һәм ҡайғы-хәсрәт, шатлыҡ-ҡыуаныс кисерә, көйә-яна, ярата һәм нәфрәтләнә белә торған, хатта кешеләрҙән күпкә аҡыллыраҡ һәм аңлыраҡ булған икенсе донъя заттары ла бар икән! Һәм бөтөн был мажаралар күңелдәргә үтеп инер йыр-моң менән оҙатылып бара.

23 апрель көнө райондың Яуымбай аулында Г.Зәйнәшеваның “Ғәйфи ағай, өйлән давай!” комедияһы ла үҙ тамашасыһын табыр, тип ышанабыҙ. Үтә лә тормошсан, хатта көнүҙәк булған проблемаларҙы еңелсә шаяртыу аша сығара артистар был әҫәрҙә. Халҡыбыҙҙа борон-борондан өйләнеү, тулы ғаиләле, ҡатынлы булып йәшәү юғары баһаланған һәм был бөгөн дә үҙ баһаһын юғалтмай әле.

М.Кәрим исемендәге милли йәштәр театры республика һәм төбәктәр буйлап алып барылған гастролдәрен туҡтатмай. Коллективты һәр ерҙә лә һағынып көтөп торалар, уның йәштәрсә романтик рухтағы сығыштары тамашасы күңеленә хуш килә. Быйылғы яҙғы гастролдәр Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылауға бағышлана.

Миләүшә Хабилова

сводная    Аскарово сводная   Старосубхангулово