Йәш тамашасы «Тылсымлы тирмән»де яратып ҡабул итте

871

 

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары Ҡазан ҡалаһында гастролдә.

Татарстандағы икенсе көн дә бик тығыҙ графикта үтте. Ғабдулла Ҡарыев исемендәге Ҡазан дәүләт йәш тамашасы театрында Мостай Кәримдең «Әтәс тирмәне» әкиәте буйынса ҡуйылған «Тылсымлы тирмән» спектакле күрһәтелде. Уны йәш тамашасылар бик яратып ҡабул итте. Сәхнәнән күҙҙәрен алмай спектакль ҡарауҙары ғына етмәй, аҙаҡтан дәррәү алҡыштар менән артистарҙы оҙаҡ ебәрмәне.
Театр коллективының Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған гастролдәре 19 сентябргә тиклем дауам итәсәк.

https://yanshishma.rbsmi.ru/articles/2019-r-s-y-teatr-yyly/y-sh-tamashasy-tylsymly-tirm-n-de-yaratyp-abul-itte/

Р. ЫРЫҪҠУЖИНА.