МОСТАЙ КӘРИМ ИСЕМЕНДӘГЕ МИЛЛИ ЙӘШТӘР ТЕАТРЫ БӨГӨН 25-СЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕН ЯПТЫ

2708

Театрҙың бәләкәй  залында Сыңғыҙ Айытматовтың «Диңгеҙ ярын иңләй ала эт»  хикмәте  буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдең премьераһы булды. Тамашасылар  рәссам  Айгөл Буранғолованың ошо уҡ  әҫәр буйынса төшөрөлгән картиналар күргәҙмәһен  дә ҡарай алды.

Грим бүлмәһендә спектакль алдынан була торған ғәҙәти  тулҡынланыу һиҙелмәй. Шәһит Хамматов  төп ролдәрҙең береһен Ҡырыҫҡ — малайҙы уйнай. Тиктормаҫ, шуҡ малай образын тыуҙырыу уға еңел  бирелә. Шулай ҙа был  ижади тормошомда иң уңышлы ролдәрҙең береһе, ти йәш актер.
Сыңғыҙ Айытматовтың «Диңгеҙ ярын иңләй ала эт» хикмәтендә  ырыуҙы, нәҫелде  дауам итеү мәсьәләһе күтәрелә. Әҫәрҙе сәхнәгә Мөсәлим Күлбаев ҡуйған. Театр уны  тәүге тапҡыр Ҡырғыҙстан  сәхнәһендә уйнаған.
Ижад миҙгелен ябыу премьераһына килеүселәр Сыңғыҙ Айытматовтың  әҫәрен  сәхнәлә генә түгел, картиналарҙа ла күрә алды. Уларҙы «Башҡортостан» киностудияһында эшләүсе рәссам Айгөл Буранғолова бынан ун өс йыл элек  Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй кинематографистар институтын тамамлағанда диплом эше итеп яҙған. Композиция Халыҡ-ара фестивалдә «Иң яҡшы  диплом эше» булараҡ та билдәләнгән.
Ижад миҙгелен ябыу айҡанлы йыл буйы тырышып эшләгән актерҙарға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм киң мәғлүмәт сараларына Рәхмәт хаттары тапшырылды. Егерме бишенсе ижад миҙгеле тарихта ҡалды. Май аҙағынаса театр Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына  «Һәр береһен  исемдәре менән иҫләйек!» шиғри-музыкаль тамашаһы менән   Башҡортостан буйлап гастролдәр ойоштора
Рәмилә Исмәғилева. 20.05.2015

БСТ видео