С премьерой!

142

18 ноября в Национальном молодежном театре РБ имени Мустая Карима прошла премьера спектакля «Аҡ мөғжизә» («Белое чудо») по мотивам рассказов Мустая Карима «Белое чудо» и «Ашкадар». Спектакль поставлен при поддержке партии «Единая Россия» в рамках федерального партийного проекта «Культура малой Родины».
Автор инсценировки — драматург Михаил Башкиров (г. Москва), на башкирский язык адаптировала Зухра Буракаева, лауреат Государственной молодежной премии им. Ш. Бабича РБ.

Театрыбыҙҙа Мостай Кәримдең “Ғүмер миҙгелдәре” китабына ингән “Ап-аҡ мөғжизә” һәм “Ашҡаҙар” хикәйәләре буйынса “Аҡ мөғжизә” спектакле премьераһы үтте. Илдә барған һынылыш мәл ваҡиғалары хәтирәләренә таянып яҙылған әҫәрҙәр бер бөтөн булып бөгөн тамашасы хөкөмөнә тапшырылды. Спектаклдә намыҫ һәм бурыс, шәфҡәтлелек, ҡаһарманлыҡ, сабырлыҡ, шатлыҡ һәм хәсрәт, яуаплылыҡ төшөнсәләре ярайһы урын алған.