?????????

Республикала Әҙәбиәт йылында үтәсәк саралар менән танышырға тәҡдим итәбеҙ

Саралар планы


 

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам иткән 2015 йылдың Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында Әҙәбиәт йылы итеп иғлан ителеүе һис тә осраҡлы күренеш түгелдер. Быны танылған рус яҙыусыһы Константин Паустовскийҙың әҙәбиәткә биргән баһаһы бермә-бер раҫлап торғандай: “…Әгәр ҙә әҙәбиәт  булмаһа, беҙ был һуғышта еңә алмаҫ инек…”

Беҙҙең башҡорт әҙәбиәте тарихында Бөйөк Ватан һуғышы башланыу “Ҡәләмде штыкҡа алмаштырыу” осоро тип атала. Һуғыш уты тоҡаныу менән алты тиҫтәнән ашыу танылған әҙиптәр, исемдәре лә танылып өлгөрмәгән башлап ижад итеүселәр ҡәләмен штыкҡа алмаштыра һәм уларҙың яртыһы һуғыш яланында ятып ҡала. Һүҙебеҙҙе халыҡ шағиры Мостай Кәримдең Бөйөк Еңеү хаҡындағы фекере менән дәлилләйбеҙ: “Бөйөк Ватан һуғышының асылын аңлауым, уға баһам элеккесә ҡалды. Патриотизмды һанға һуҡмаусы кешеләрҙең Еңеүгә ревизия үткәрергә һәм уның бөтөн донъя әһәмиәтен, бөтөн донъяға таралған данын кәметеп күрһәтергә маташыуҙары мине аумаҡайландырманы, ә күңелемдә ризаһыҙлыҡ һәм үкенес тойғолары ғына уятты. Ул һуғышта бөтәһе лә – ҡорбандар һәм мохтажлыҡтар ҙа, ҡаһарманлыҡ һәм уңышһыҙлыҡтар ҙа, әрнеү һәм тантаналар ҙа – һәммәһе лә изге ине. Ул изге  һуғыш булды…”

Иғлан ителмәгән мәғлүмәт һуғышы бара хәҙерге донъяла. Был һуғыш кешелекте физик яҡтан түгел, рухи яҡтан ҡыйратыу өсөн башланған. Рух хаҡында һүҙ сыҡҡас, тел осона үҙенән үҙе “әҙәбиәт” тигән сихри һүҙ балдай яғыла. Эйе, күңелендә шиғыр, йыр, әҙәби зауыҡ йәшәгән кеше һуғыш хаҡында уйларға һәләтле түгел. Әҙәбиәт барлыҡ һуғыштарҙы ла туҡтата алырлыҡ көскә эйә. “Ҡасан икән барлыҡ гәзиттәрҙә тик шиғырҙар баҫылып сығырҙар?”– тип хыялланғайны мәшһүр шағирыбыҙ Рәйес Түләк.

Дүртенсенән, Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәтен инҡар итергә тырышыусылар ҙа юҡ түгел. Ундайҙар, әгәр ҙә беҙ Германиянан еңелгән булһаҡ, имеш, Бавария һыраһы һемереп, европаса комфортта рәхәтләнеп йәшәр инек, тип тә әйтә. Бындай аңлау рухһыҙлыҡтан, наҙанлыҡтан килеп тыуалыр. Бөйөк Ватан һуғышы Ер шарының күп дәүләттәре өсөн оло һынау булғанлығы хаҡында ла оноторға тейеш түгелбеҙ.

Эй, ғүмерҙең һуңғы сәғәте,

Һин миңә лә шулай күкрәп кил.

Батырҙарын иҫкә алғанда,

Онотмаһын мине тыуған ил,

тип яҙған һуғышта һәләк булыусы башҡорт шағиры Мәлих Харис.

БР Милли йәштәр театры ижади тормошоноң тәүге көндәренән башлап яҙыусылар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, сөнки яҙыусыһыҙ әҙәбиәт тә, әҙәби әҫәр ҙә тыуа алмай. Б.Бикбай, И.Абдуллин, Н.Асанбаев, Ә.Атнабаев, Ә.МИрзаһитов, Ф.Бүләков кеүек билдәле башҡорт драматургтарының ижад емеше булған үлемһеҙ әҫәрҙәр бөгөн дә театр сәхнәләренән төшмәй.

Халыҡ шағиры, фронтовик яҙыусы Мостай Кәримдең «Йәләлетдин атай», «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Яуҙы еңгән мөхәббәт»,«Йәйәүле Мәхмүт» һ.б. әҫәрҙәре милли йәштәр театры сәхнәһен биҙәне, уның даны һәм ҡаҙанышы булды. Шулай уҡ Флорид Бүләков, Туфан Миңнуллиндың милли йәштәр театры сәхнәләштергән әҫәрҙәре ысын мәғәнәһендә башҡорт һүҙ сәнғәтенең бөтә Рәсәй мәҙәниәтендәге һәм әҙәбиәтендәге илсеһе булып әүерелде. Бөгөн иһә Н.Ғәйетбаев, С.Сурина, Г.Зәйнәшева, Г.Ғиззәтуллина, И.Вәлиева, Р.Ураҡсина, Л.Вәлиев һ.б. яҙыусыларҙың ижады сәхнәбеҙ түренән урын алған.

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылап коллектив республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларына спектаклдәр менән сығыш яһауҙан тыш, һуғышта һәләк булып ҡалғандар, әйләнеп ҡайта алмағандар исеменә бағышланған “Һәр береһен исемләп хәтерләйек” тип аталған әҙәби-шиғри композиция ла тәҡдим итә. Был һағышлы композиция ла республикабыҙ буйлап сәйәхәт итәсәк.

Әҙәбиәт йылының маҡсаты булып халыҡ араһында әҙәби әҫәрҙәгә иғтибарҙы ҙурайтыу, тарихта эҙен ҡалдырған яҙыусыларыбыҙ ижадын хөрмәт итеү, һүҙ сәнғәтен тергеҙеү һәм йәш быуынды әҙәбиә әҫәр уҡыуға ылыҡтырыу тора. Театр иһә был маҡсаттарҙың барыһын да үтәй. Ул әҙәби әҫәрҙәрҙе тамашасыларға яҡынайта ла, яҙыусы әйтергә теләгәнде кеше күңеленә еткерә ала ла, әҙәбиәт менән уҡыусы араһында яҡынлыҡ булдыра ла. Тимәк, театр ул — әҙәбиәттең бер өлөшө.

Миләүшә Хабилова