Хөрмәтле Өфө халҡы, ҡала ҡунаҡтары һәм милләттәштәр!!!
28 СЕНТЯБРЬ Мостай Кәрим исемендәге МИЛЛИ ЙӘШТӘР ТЕАТРЫ сәхнәһендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина «Ҡырҡ сырағым” тип исемләнгән моноспектаклен тәҡдим итә.
Тамашасылар күңелен яулаған был тамашала ҡатын-ҡыҙ образының төрлө ҡыры, төрлө сағылышы һәм сүрәте асып бирелә. Моноспектакль нәфис һүҙ аша гүзәл зат булмышын, уның һоҡланғыс һәм тетрәткес хистәрен, уй-теләктәрен, хыялдарын һәм донъяға ҡарашын сағылдыра.
Ҡырҡ сыраҡлы ҡатын-ҡыҙ булмышы хаҡында ишетергә теләйһегеҙ икән – Нәсимә Ғиззәтуллинаны тыңларға килегеҙ. Уның әйтер һүҙе бар…
Сценарий авторы – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова, режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Минзилә Ҡотошова.
Спектакль киске сәғәт 19:00 сәғ. башлана
Билет хаҡы 150 -300 һум.