РЕСПУБЛИКА БАШКОРТОСТАН, УФА, ЛЕНИНА, 62
РБ, УФА, ЛЕНИНА, 62
8 800 770-00-07 / 9:00-21:00 МСК
Опрос «Уровень удовлетворенности граждан работой государственных и
муниципальных организаций культуры, искусства и народного творчества».

Анкета доступна по QR-коду, а так же по прямой ссылке:
 https://forms.mkrf.ru/e/2579/xTPLeBU7/

Новости

Башҡорт теле көнөндә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Лилиә Исҡужинаның «Мин башҡорт телен өйрәнәм» әкиәте премьераһы үтте.

Башҡорт теле көнөндә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Лилиә Исҡужинаның «Мин башҡорт телен өйрәнәм» әкиәте премьераһы үтте.
Тыңлауһыҙ, үҙ туған телен белергә теләмәгән Тимерхан исемле малай башҡорт теленән өйгә эшен эшләгәндә, телде белмәүе арҡаһында бар нәмәне бутап яҙа һәм, аңғармаҫтан хаталы урманға барып сыға… Мажаралы, күңелле әкиәттең тәүге тамашасыларына – Ф.Х.Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыларына спектакль бик оҡшаны. Уҡыусылар ябай тамашасы ғына түгел, сәхнәлә барған әкиәттең ҡатнашыусылары ла булды. Геройҙар менән улар һынауҙарҙы бергәләп үтте. Башҡортса әкиәт ҡарау балалар күңелендә йылы тәъҫораттар ҡалдырҙы.
Спектаклдең режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР-ҙың Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов, рәссамы – Искәндәр Бакиров, композиторы – Вәсил Ғафаров, бейеүҙәрҙе Александр Родионов һалды, яҡтыртыу буйынса рәссам – Денис Черепанов.
Тамаша башланыр алдынан театр фойеһында балаларҙы сағыу биҙәлгән байрам шыршыһы ҡаршы алды. Төрлө әкиәт геройҙары, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу улар менән уйындар үткәрҙе, шыршының уттарын ҡабыҙҙы, шыршы тирәләй бейене һәм йырланы.

Детскую сказку на башкирском языке «Мин башҡорт телен өйрәнәм» («Я учу башкирский язык») Лилии Искужиной в постановке заслуженного деятеля искусств РБ, главного режиссера театра Рустема Хакимова представил в День башкирского языка Национальный молодежный театр РБ имени Мустая Карима. В постановочной группе спектакля также художник-постановщик Искандар Бакиров, композитор Василь Гафаров, хореограф Александр Родионов, художник по свету Денис Черепанов.
Мальчик Тимерхан попадает в беду из-за плохого знания родного языка. Чтобы спастись от этой напасти, ему с друзьям предстоит пройти Ураган загадок, Поляну пословиц, Болото скороговорок…
Первыми зрителями премьерного показа сказки стали ученики начальных классов Уфимской городской башкирской гимназии №20 имени Ф.Х. Мустафиной. Они не только смотрели спектакль, но и участвовали в действиях, которые происходили на сцене.
Перед началом представления, в фойе театра детей встречала праздничная елка. Гости театра водили хороводы, отгадывали загадки, играли и традиционно зажигали новогоднюю елочку вместе с Дедом Морозом, Снегурочкой и героями сказок.

Другие новости

Начните вводить текст, чтобы увидеть сообщения, которые вы ищете.