Новости

 КӨЛӘ-КӨЛӘ ХУЖА КИЛӘ…

Поделиться новостью:

Хужа Насретдин – Урта Азия, Яҡын һәм Урта Көнсығыш халыҡтары фольклорындағы аҡыл эйәһе, тапҡыр һүҙле кеше образы, башҡорт көләмәстәрендә, уйҙырмаларында, мәҙәктәрендә, латифаларында ла сағыла. Хужа Насретдин прототибы тыумышы менән Төркиәнән сыҡҡан ниндәйҙер имам булған, тип раҫлайҙар. Фәҡирҙәрҙе яҡлаусы, ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе тора-бара халыҡ юморы кәүҙәләнешенә әүерелеп киткән. Хужа Насретдин тураһындағы тәүге көләмәстәр 16 быуат башында Төркиәлә яҙылған, ә 19 быуаттан алып бер нисә тапҡыр нәшер ителгән. Көләмәстәр күпселек социал-көнкүреш хәлдәренә ҡағыла. Хужа Насретдин тураһында көләмәстәр башҡорттар араһында ла таралған. (Википедия мәғлүмәттәренән).
2006 йылдың 1 апрелендә Мәскәүҙә Ярцев урамындағы Йәштәр метроһы янында Хужа Насретдинға һәйкәл асылған. Уны үҙенең тоғро юлдашы ишәк менән бергә, ҡулына китап тотоп тороусы итеп тасуирлап, бронзанан төҙөгәндәр. Һәйкәлдең авторы – скульптор Андрей Орлов.
Хужа тураһындағы хәбәрҙәрҙе дауам итеп, ошо мәғлүмәтте лә өҫтәп ҡуяйыҡ: тиҙҙән, йәмле май айында, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Л.Соловьевтың «Хужа Насреддин тураһында повесть» дилогияһының тәүге өлөшө буйынса ҡуйылған «Хәйләһеҙ мажаралар»тип аталған спектакль премьераһы көтөлә. Ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев, ҡуйыусы рәссам – Геннадий Скоморохов (Мәскәү ҡ.), бейеүҙәрҙе Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәлимә Әминева (Ҡазан ҡ.) һала, трюктар ҡуйыусы – Айҙар Закиров (Мәскәү ҡ.), композитор – Василий Тонковидов (Һамар ҡ.), башҡорт теленә тәржемә авторы – БР атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов.

 

Рәзилә Ырыҫҡужина.

закрыть
Начните вводить текст, чтобы увидеть сообщения, которые вы ищете.
Установите меню категорий в разделе «Настройки темы» -> «Заголовок» -> «Меню» -> «Мобильное меню» (категории)

Корзина

закрыть
Прокрутить Вверх
Вконтакте