Новости

Сәхнәлә – «Яҙмышымдың икенсе бүлеге…»

Поделиться новостью:

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры репертуары байытыласаҡ яңы спектакль шулай тип атала. Был юлы ижади коллектив билдәле сит ил драматургы Нил Саймондың әҫәренә мөрәжәғәт иткән. Премьера 3 сентябргә билдәләнгән. Репетиция барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин күҙәтте.

Театрҙың камера сәхнәһе. Тынлыҡтан музыка оҙатыуына килеп ингән ике актер аша ҡарлы-ямғырлы көҙ ваҡытын төҫмөрләргә мөмкин. Ваҡиғалар үҫеше лә тап ошо миҙгел тирәләй бара. Трагикомедия булараҡ сәхнәгә сығарылған әҫәр бөгөнгө көн менән ауаздаш тип әйтергә мөмкин. Шуға ла премьера бер кемде битараф ҡалдырмаҫ тип ышана театр артистары.

Әйткәндәй, сит ил драматургы Нил Саймондың әҫәрен руссанан башҡортсаға театр актеры Рәмил Сәлмәнов тәржемә иткән. Уның был өлкәләге тәүге ижад емеше. Шуға ла романтик комедия булараҡ яҙылған пьеса трагикомедия жанрында үҫеш алған.

Ни өсөн биш минут? Быны тик спектаклде ҡарағас ҡына аңларға мөмкин. Тамашасы залынан бөгөн тик ҡуйыусы-режиссер ғына күҙәтте. Әҫәр эстәләген ул репетиция барышында уҡ байытып та, кәрәк урында ҡыҫҡартып та алды. Спектаклгә, ғөмүмән, тотош команда эше йәлеп ителгән.

«Яҙмышымдың икенсе бүлеге» трагикомедияһының премьера көнө 3 сентябргә билдәләнгән. Ғөмүмән, Милли йәштәр театрының 32-се ижад миҙгелендә күп төрлө яңылыҡтар көтөлә. Сентябрь аҙағында улар Санкт-Петербург ҡалаһына гастролгә йыйына.

Азат Ғәлиуллин

Другие новости

закрыть
Начните вводить текст, чтобы увидеть сообщения, которые вы ищете.
Установите меню категорий в разделе «Настройки темы» -> «Заголовок» -> «Меню» -> «Мобильное меню» (категории)

Корзина

закрыть
Прокрутить Вверх
Facebook Instagram Вконтакте