РЕСПУБЛИКА БАШКОРТОСТАН, УФА, ЛЕНИНА, 62

“Әлфиә хикәйәләре“

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға ҡарата “Әлфиә хикәйәләре“ спектакле премьераһы булып үтте. Спектакль әҙиптең балалар өсөн яҙылған “Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?” хикәйәләр йыйынтығына таянып ҡуйылды. Белеүебеҙсә, яҙыусы был хикәйәләрендә бәләкәй Әлфиә ярҙамында балаларҙы тормош менән таныштыра. Спектаклдең режиссеры Мөсәлим Күлбаев, рәссамы – Юлия Ғиләжева, хореографы – Андрей Сорокин, яҡтыртыу буйынса рәссамы – Светлана Насонова. Бик сағыу һәм күңелдәргә йылы өҫтәүсе спектакль театр репертуартында оҙаҡ һаҡланыр, тамашасыларҙың яратҡан спектаклдәренең береһе булыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

 https://tamasha-rb.ru/news/novosti/2024-06-26/lfi-hik-y-l-re-3823769
Настройте меню категорий в конструкторе заголовков -> Мобильный телефон -> Элемент меню для мобильных устройств -> Показать/скрыть -> Выбрать меню.
Корзина
Начните вводить текст, чтобы увидеть сообщения, которые вы ищете.