Был турала Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры спектакль әҙерләй.
Урман эсендә әсәһе менән генә йәшәгән Симон исемле дейеү балаһы мәктәпкә барғас, үҙенең башҡа балаларҙан айырылып тороуын аңлай: ул үтә бейек, ит ашамай. Ҡыҙыл төҫтө лә тәүгә күрә, «атай» тигән һүҙҙе белмәй – һанай китһәң, сәйер нәмәләр бик күп. Ләкин Симонға кешеләр араһында кешеләрсә йәшәп өйрәнер өсөн өс һынау үтергә кәрәк…
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында француз авторы Сюзанн Лебо пьесаһы буйынса “Дейеүкәй” тип аталған спектакль әҙерләнә. Ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың аткаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Айрат Абушахманов, рәссам – Сулпан Азаматова, хореограф – Рената Крицкая, композитор – Шәүрә Сәғитова, башҡорт теленә тәржемә авторы – Динара Ҡәйүмова. Ролдәрҙә Башҡортостандың халыҡ артистары Рушанна Бабич һәм Гөлшат Ғайсина, театр актерҙары Вадим Ҡылысов, Салауат Юлдашбаев.
Премьера 1,2 декабргә планлаштырылған, тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге.
Автор:Гөлнур Ҡыуатова