Күптәр йырсы тип белгән Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов, ысынлап та, кем? Йырсымы, актермы? Артист тәүҙә йырсыға уҡыһа, сәнғәт институтында актер һөнәрен үҙләштерә. Ана шул һорауға яуап эҙләү менән башланып китте тамаша.
Был юбилей кисәһе бығаса ҡараған ижад кисәләренә һис оҡшамағайны. Байрамды артистар Рәмзил Сәлмәнов менән Баййегет Мөхәрләмов хатта шәп итеп, йылы итеп алып барҙы – алдан яҙылған ҡағыҙҙан уҡыманылар. Сөнки ҡайһы саҡ рәхәтләнеп концерт, тамаша ҡарарға тип бараһың да, тиҫтәләгән кешеләрҙең сәхнәгә сығып баҫып оҙон оҙаҡ уҡыған һүҙҙәренән биҙрәп бөтәһең.
Тамашасылар юбилярҙың йыр-моңдарын тыңлап, спектактлдәрҙән өҙөктәр ҡарап хушланды. Бергә эшләгән дуҫтары ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәтирәләре менән уртаҡлашты. Сценарийҙы шундай үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс итеп Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов яҙған.
Оҡшаны халыҡҡа тамаша. Шундай матур кисә бүләк иткәнең өсөн рәхмәт һиңә, Венер!
Источник: https://dzen.ru/a/Z1bVsl5w1x_9kTQg