Тиҙҙән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдың тыуыуына 105 йыл тула. Башҡорт әҙәбиәте классигының исемен йөрөткән Милли йәштәр театрында ошо ваҡиға уңайынан аҙналыҡ уҙасаҡ.
15 – 20 октябрҙә үтәсәк аҙналыҡта тамашасыларға Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», “Тылсымлы тирмән”, “Әлфиә хикәйәләре”, “Силсәүит, Алдар һәм Адвокат” спектаклдәре тәҡдим ителә.
16 октябрҙә театр аҙналығы барышында Милли йәштәр театры сәхнәһендә Салауат дәүләт башҡорт драма театры коллективы Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” повесы буйынса ҡуйылған спектаклде күрһәтә.
20 октябрҙә олуғ шәхестең 105 йыллығына ҡарата режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштергән “Ҡара һыуҙар” спектакленең премьераһы була, тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге.