Нур һибеүсе ҡояш кеүек

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә утыҙ йылдан ашыу хеҙмәт итеүсе Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр Усманов бөгөн 60 йәшен билдәләй. Яратҡан артисыбыҙҙы юбилейы менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. “Шоңҡар”ҙар.

Үҙе менән нур йөрөтөүсе кешеләр була. Улар өсөн көндөң болоҡһоуы ла, ҡойон ямғырҙар, һепертмә бурандары ла бер ни түгел. Күңел нуры менән тирә-йүндәгеләренә йылы һибә, ә сәхнәгә сыҡһа – ҡот бөркә. Ундай шәхестәр ғүмере йылдар миҡдары менән түгел, ә кеше күңеленә сәскән изгелектәре менән иҫәпләнә. Тәбиғәт көсөн алып үҫкәндәр шулайҙыр, тиһәм, яңылышмам. Дүрт миҙгелдең иң яҡшы ғәҙәт-сифаттарын ғына үҙендә йыйған һымаҡ. Ә сәхнәлә уйналған хатта кире образдары ла халыҡтың яратып ҡарағанына әйләнә лә ҡуя. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә утыҙ йылдан ашыу хеҙмәт итеүсе Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр Усманов шундайҙарҙан.

Республикабыҙҙың иң матур райондарының береһе Архангель районы Ҡыҙғы ауылында донъяға килгән Мәғәфүр Мәхмүт улы. Атаһы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Кавалерияла хеҙмәт иткән. Ә әсәһенең атаһы, Мәғәфүр ағайҙың Талха олатаһы һуғышҡа аттар тәрбиәләп оҙатҡан булған. Шуның өсөн Ленин ордены менән дә бүләкләнгән. Ата-олатаһы менән ғорурланып, уларҙы үрнәк итеп, уларға оҡшарға ынтылып үҫкән Мәғәфүр ағай. Ғаиләлә етенсе бала, кинйәкәү. Ҡыйыулығы – атаһынан булһа, йыр-моң яратыуы әсәһенән уның. Әсәһенең йырлауҙарын әле һаман йылы иҫтәлек итеп йөрәк түрендә йөрөтә актер. “Ихсан бауай (бабайҙы был төбәктә шулай тиҙәр) ҡурайҙа уйнарға көйҙәр өйрәткәндә, был көйҙө башта әсәйемдән йырлата инем. Түрбашта йөрөгән әсәйем гел йырлап йөрөгән булып иҫемдә ҡалған”, – ти ул. Хәйер, бала сағы тураһында һөйләгәндә, ҡыҙыҡ мәлдәренә туҡталып-туҡталып, ҡарашына бала саҡ шуҡлығы сығарып хәтирәләргә бирелеп ала Мәғәфүр ағай. Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында ғына Ҡыҙғы ауылына электр уты килеп еткәс, кистәрен олоһо ла бала-сағалар ҙа телевизор булған бер генә өйгә йыйылышып, тапшырыуҙар ҡарауҙары бөгөн сәйер күренһә лә, ул ваҡыт өсөн оло ваҡиғаға әйләнгән. Шул саҡта концерт, йә спектакль тапшырһалар, кескәй Мәғәфүр өсөн күңел байрамы булғанлығын берәйһе һиҙемләнеме икән? Кем белә, тап шул мәлдә генә ул малай сәхнә хаҡында хыял итеп, улары ап-аҡ булып тормошҡа ашып, сәхнә түрендә торғанында, ана шул яланаяҡ йүгереп килеп телевизор экранына бер күҙ һалырға ынтылған, радио аша әкиәттәр тыңларға яратҡан бала сағына күпме тапҡыр әйләнеп ҡайтҡаны булды икән?!.
Архангел районы Баҡалды ауылы мәктәбендә һигеҙ класты тамамлағас, Мәғәфүр Мәхмүт улы ағайҙарынан бейеүҙәр өйрәнеп, Фәйзи Ғәскәров ансамбле студияһына һынау тотоп ҡарай. Үкенескә күрә, унда эләгеп китер өсөн ағайыңдарҙан өйрәнеп кенә бейеү әҙ икән, Мәғәфүр ағайға кире ҡайтып китергә тура килә. Тағы ике йылдан, унынсыны тамамлағас, ул барыбер Өфөгә, сәнғәт училищеһына вокал бүлегенә инеп китә. (Бер аҙ ғына алғараҡ сығып, шуны әйтеүҙе лә урынлы табайыҡ: киләсәктә уның бейеү, йыр яратыуы төп хеҙмәтендә ярайһы ғына уңыштар килтерәсәк әле!) Унда өс курс уҡығандан һуң, бер кемгә өндәшмәй генә сәнғәт институтына Рифҡәт Исрафилов курсына барып эләгә. 1987 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң, йәш актерҙы Сибай драма театрына юллайҙар. Был ваҡытта Мәғәфүр ағай ғаиләле булып, Сибайға Айтуған улы, ҡатыны Зәлифә апай менән бергә килә. Ике йыл Сибай елдәрен үҙ итеп, театрҙа төрлө ролдәрҙә уйнай актер. Ләкин уны йәшлек ҡалаһы үҙенә тарта. Баш ҡалала Милли йәштәр театры асылғас, уны ошо театрға Олег Ханов эшкә саҡыра.
Актер, сәхнәгә ҡуйыласаҡ әҫәрҙең йөкмәткеһенән тыш, һәр һүҙен яҡшы белеү менән бергә, уларҙы тойоп эш итергә тейешлеген һәр кем белә. Сөнки һүҙҙәрҙең йәмле, яғымлы булып яңғырауы, тамашасы күңеленә барып етеүе бик мөһим. Ошо юҫыҡта үҙ һөнәренә бик талапсан Мәғәфүр Усманов. Бер ҡасан да китаптан айырылғаны юҡ. Театрҙан тыш, кинофильмдарҙа ла ролдәре бихисап. Ижадында жанрҙар төрлөлөгө бар. Һәр роль эсендә оҙайлы һәм тәфсирле хеҙмәт ятҡанлығы һиҙелә. Йырсы йәки бейеүсе ролдәр ҙә уның башҡарыуында тамашасы күңелендә айырым урын биләй..Һанап китһәк, Тальян («Иҙеүкәй һәм Мораҙым», М. Буранғолов), Хызыр («Дала ҡиссаһы», Ф. Бүләков), Ҡарт ир («Ҡорон» — «Лавина», Т. Джюдженоглу), Король («Розамы мин әллә?», А. Дилмөхәмәтов), Юламан ҡарт («Мөхәббәт һәм нәфрәт», З.Биишева), Тимербай — («Алтын балта», С. Сурина), Жантык («Мөхәббәт тураһында легенда», Г. Мусрепов), Хан, Ҡыуандыҡ («Ҡурай ауазы», Н.Ғәйетбаев), Сәлим («Аҡ ҡалпаҡ», М.Фәйзи), Ҡарт Адмирал («Мөхәббәт реестры», Ф.Бүләков), Мәғҙән («Мөхәббәт тураһында йыр», Ә.Атнабаев), Юлай Аҙналин («Салауат», М. Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» трагедияһы буйынса), Синьор Монтекки («Ромео һәм Джульетта», В. Шекспир), Сарафанов («Өлкән ул», А.Вампилов), Байназар («Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа», Ф.Бүләков), Әжмәғол («Ҡыҙ урлау», М.Кәрим), Бикбау («Ғилмияза», Т. Ғарипова), Ғәлим («Диләфрүзгә дүрт кейәү» Т. Миңнуллиндың музыкаль комедияһы), Сафа бай, Нияз бай (М. Багаевтың «Аҡса булһа бер муҡса» музыкаль комедияһы), Харун («Үәт, исмаһам, ахырызаман!», М. Багаев) һәм башҡалар. Быларҙан тыш, балалар өсөн спектаклдәрҙәге ролдәре лә айырым иғтибарға лайыҡ. Уларға үтә лә етди ҡарай актер.
Эйе, ысынлап та үҙе менән нур йөрөтөүсе кеше ул Мәғәфүр Усманов. Тормошоноң йәмен тойоп, эске моңонда бәүелеп, эргә-тирәһендәгеләргә, театрға саҡ килеп эш башлаусы йәш актерҙарға, тамашасыларына ынйылай ролдәре аша ғына түгел, ә бар булмышы менән нур һирпеүсе кеше. Архангел районы Тирәкле ауылында ата-әсәһе нигеҙен йәтимләтмәй, уға яңы һулыш өрөп йәшәүе, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының алтын бағаналарының берәүһе булып танылыуы менән дә бәхетле ул Мәғәфүр Мәхмүт улы.
Рәзилә Ырыҫҡужина.

Автор:Венер Исхаков
закрыть
Начните вводить текст, чтобы увидеть сообщения, которые вы ищете.
Установите меню категорий в разделе «Настройки темы» -> «Заголовок» -> «Меню» -> «Мобильное меню» (категории)

Корзина

закрыть
Прокрутить Вверх
Вконтакте