Театр сәхнә генә түгел

Фото:Автор фотоһы. / Т. Миңнуллиндың “Йәнкиҫәккәйем” спектакленән.

Республикабыҙҙа театрҙар бик күп. Улар араһында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының үҙенә тәғәйен билдәләнеше, үҙ юлы бар. Уның тарихы 1930 йылдарға барып тоташа, әммә Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле, ул эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр була.

Еңеүҙән һуң ярты быуат тиерлек ваҡыт үткәс кенә, 1989 йылда, Йәш тамашасы театрын тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Уны ойоштороуға Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, профессор Ғабдулла Ғиләжев күп көс һала. Ул 1988 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының V курс студенттары менән Йәштәр театр-студияһы ойоштора. Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының иртәгәһен данлар иҫ киткес талантлы артистарын тамашасы һәр төбәктә танып, яратып, һағынып көтөп ала. Театрҙың тәүге актерҙары Бөтә донъя театр көнө алдынан мәҙәк хәлдәр, ҡыҙыҡ мәлдәре менән бүлешә.

Башҡортостандың халыҡ артисы Альбина Кашанова:

– 1992 йылда Ғәзим Шафиҡовтың “Ҡорбан килтереү” әҫәрен ҡуябыҙ. Бер сәхнәлә Фирҙәт Ғәлиевтең персонажы мине, аҫрау ҡыҙҙы, атып үлтерә. Ул атҡандан һуң мин йығылам да сәхнәлә ҡараңғылыҡ урынлаша, мин, үлгән булараҡ, шул арала һиҙҙермәй генә сәхнә артына сығып китергә тейеш.

Ут һүнде. Фирҙәт сығып китте. Мин йығылған еремдән тороп ултырҙым да яйлап ҡына сығып барам. Күп ер үттем, сығып еткәнмендер, тип уйлайым. Ҡап-ҡараңғы булғас, бер ни күренмәй. Сүкәйҙем дә, ут ҡабынғас, сәхнә артында ултырғысҡа барып ултырырмын, тием. Ут биргәйнеләр, саҡ йығылып китмәнем, сәхнәнең ситенә килеп тороп ултырғанмын! Тамашасы миңә, сүкәйеп ултырған кешегә, ҡул саба башламаһынмы? Ә мин бит үлгәйнем! Йә инде, баҫып тороп, баш эйҙем дә, сығып китергә тура килде инде…

Тағы бер хәл. Уныһы беҙҙең көндәрҙә, сәхнәлә уттарҙың гөрләп янып торған сағында булды. “Ханума” спектаклен ҡуябыҙ (премье­раһы 2016 йылда үтте). Коте ролендә йәш актер Вадим Ҡылысов, Кабато (мин, Альбина Кашанова) һәм Микич Котрянцтан (Илсур Хәбиров) килеп, уның ҡыҙы Сонаның ҡулын һорау сәхнәһе. Текст буйынса, Коте: “Микич Нарциссович, ҡыҙығыҙ Сонаның ҡулын һорайым”, – тип әйтергә тейеш. Ләкин ул тулҡынланып: “Микич Нарциссович, һеҙҙең ҡулығыҙҙы һорайым”, – ти… Беҙ бөтәбеҙ аптырашта ҡалдыҡ. Илсур Сәғит улы ситуацияны төҙәтеүҙе үҙ өҫтөнә алды ла: “Нимә?” – тип уҫалыраҡ итеп һораны, сөнки барыбыҙҙың да көлкө килә, тик көлөргә ярамай. Вадим, үҙенең яңылыш әйткәнен аңлап етмәгәнмелер, тағы шундай уҡ тәҡдим яһаны. Илсур Хәбиров иһә, көлөүҙән үҙен тыйыр өсөн, сүгәләй башланы. Халыҡ рәхәтләнеп көлә, тик улар беҙҙең яңылышып торғанды аңламай көлә. Илсурҙың физзарядка эшләй башлауынан ғына Вадим Ҡылысов аңлап ҡалды ла: “Микич Нарциссович, ҡыҙығыҙ Сонаның ҡулын һорайым”, – тип беҙҙең оҙаҡ көткән һөйләмде әйтеп, спектакль үҙ ағышында дауам итте.

Башҡортостандың халыҡ артисы Нәғим Нурғәлин инде – ошо театрҙың йәме, хужа Насретдины. Ул көн һайын да нимәлер уйлап сығарып, көлдөрөп йөрөүҙән арынмай. Уның шаянлығының бер генә эпизодына туҡталайыҡ:

– 90-сы йылдарҙа, барыбыҙ ҙа йәш, магазин кәштәләре буш саҡта гастролдәр менән Баймаҡҡа килдек. Репетицияға ваҡыт бар ине, ҡала буйлап йөрөп килергә тип, Фирҙәт Ғәлиев менән сығып киттек. Көнкүреш тауарҙары һатылған урында туҡтап, турама һалыр, ҡамыр баҫыр өсөн йәтеш кенә табаҡ-алдырҙы икешәрҙән һатып алдыҡ та ҡунаҡханаға ҡайтып киләбеҙ. Юлда Венер Камалов, Гөлфиә Рафиҡова, Альбина Кашанова осраны ла ҡайҙан бындай матур һауыттар алыуыбыҙҙы, хаҡын һорашалар. Мин: “Бынау магазинда. Һеҙ: “Беҙ ТЮЗ-дар (Йәш тамашасы театры – ул ваҡытта театр шулай атала ине), тиһәгеҙ, һеҙгә бушлай бирерҙәр”, – тип шаяртып ебәрҙем. Былар барғандар, бушлай булғас ни, һәр туған-тыумасаһына тип күп итеп шул һауыттарҙы күтәреп, касса янына килһәләр, быларға түләргә кәрәкле сумманы әйтәләр. Былар, шыбырлап ҡына, кеше ишетмәҫлек итеп: ”Беҙ ТЮЗ-дар”, – ти икән. Һатыусылар тағы хаҡ әйтә, ти. Былар тағы шыбырлай… Көлөшә-көлөшә берәр генә табаҡ тотоп ҡайтып инергә тура килә Йәш тамашасы театрының йәп-йәш кенә актерҙарына.

Бер мәл, Ҡаҙағстанда гастролдәр ваҡы­тында, шулай 90-сы йылдар булғандыр, Иҙрис Кәлимуллин менән Нәғим Нурғәлин – тәмәке тартмаусы актерҙар, ментол менән тәмәкеләр сыҡҡан мәл булғандыр, шуны һатып алып, ҡаланың матурлығына һоҡланып йөрөгәндәр. Шулай ҙа баяғы ментол тигән нәмә тынғылыҡ бирмәйҙер, һурып ҡарарға булып китә былар. Тик шырпылары юҡ икән. Урамда осраған тәүге ҡаҙаҡ егетен туҡтатҡандар ҙа: “Ширки бармы?” – тип һорайҙар. Теге егет аңламаған йөҙ сығарғас, тәмәке күрһәтеп, ҡул хәрәкәттәре менән шуны ҡабыҙырға теләгәндәрен ымлап аңлатырға керешкән былар. Егет телгә килеп: “Ребята, я казахский не понимаю”, – ти икән. “Ты кто?” – тип һораған Нурғәлин. “Я – башкир”, – тип теге егет быларҙы көлдөрә, ти. Федоровка районынан мультипликаторға уҡырға килгән егет былар менән көлә-көлә ментоллы тәмәкеләрен тартышып, ары киткән…

Илсур Хәбиров – театр асылған көндән эшләгән актер. Ул да бик шаян, кешелекле, кеселекле. Уның күкрәгендә бер генә көйгә һыймаҫ йыр, ҡоласҡа һырыҡмаҫ һөйөнөс, күҙҙәр күреп туймаҫ гүзәллек бар. Уның янында үҙеңде ышаныслы, иркен тотаһың, юғалып ҡалыуҙан ҡурҡмайһың, сөнки ул һинең үҙеңә ҡушылып, шаярыуын дауам итәсәк. Уның менән булған хәлдәрҙең ҡайһылары лаҡап та булып киткән.

1991 – 1992 йылдарҙа театр Ленинградта гастролдәрҙә була. Тамашаларҙан буш ваҡыт­тарҙа актерҙарҙы ҡала буйлап экскурсияларға йөрөтәләр. Бер көн балауыҙ һындары музейына алып киләләр. Һәр экспонатҡа иҫтәре китеп, һәр залды ҡарап сығалар. Ә Илсур ағай Франгизә Илбәкова менән һындарҙы үтә ентекле өйрәнгән булғандыр, бөтәһенән ҡалып, оҙаҡ йөрөйҙәр. Шотланд фигураларын ҡарап йөрөгәндә, Илсур Хәбиров 70 йәштәр тирәһендә бик мөләйем һын янында туҡтала. Ул һын бүтәндәренә ҡарағанда үтә лә ҡыҙыҡлы, үтә лә ысынбарлыҡҡа оҡшаған була. Шотланд залында шаҡмаҡ биҙәкле күлдәктә була ул, етмәһә! Илсур Сәғит улы уны әйләнеп-әйләнеп, оҙаҡ итеп ҡарап йөрөгәндә, баяғы һын атлай ҙа китә! Илсур ағайҙың күҙҙәре ҙурайып, теле көрмәлеп: “Ф-ф-франгизә…. ул атлааай”, – тип саҡ әйтә ала.

Баҡһаң, ул һын – музей ҡараусыһы (смотритель) булған икән. Франгизә Илбәкова менән Илсур Сәғитов был хәлгә көлә-көлә саҡ тынысланалар.

Бына шундай ҡыҙыҡлы тормош менән йәшәй Башҡортостан Республикаһының Мос­тай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары. Театрҙа йылы атмосфера тыу­ҙырған, тамашасы күңелен иреткән, өмөттәре һүнгәндәргә ҡанат, баҙнатһыҙға осҡон сәсеп йәшәгән театрҙың ижади коллективы Бөтә донъя театр көнөн яңынан-яңы премьералары, уңыштары менән ҡаршылай.

Мәликә МОРТАЗИНА,

театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе.

закрыть
Начните вводить текст, чтобы увидеть сообщения, которые вы ищете.
Установите меню категорий в разделе «Настройки темы» -> «Заголовок» -> «Меню» -> «Мобильное меню» (категории)

Корзина

закрыть
Прокрутить Вверх
Вконтакте