Спектакль ауылдаштары араһында «Адвокат» ҡушаматы алған Ҡорбанғәлиҙе һуңғы юлға оҙатыу күренеше менән башланып китә: йәше лә, ҡарты ла йыйылған. Ә Ҡорбанғәли хәҙер улар араһында түгел, фани донъяны үҙенән алдараҡ ташлап киткән ғүмерлек дуҫтары — «Силсәүит» Кәшфулла һәм «Алдар» Нурислам эргәһендә. Һәм улар Адвокаттың ҡылған эштәре буйынса һорау ала башлай. Яйлап был өсәүгә тағылған ҡушаматтарҙың сере лә асыла, уларҙың үҙ-ара һәм ауылдаштары менән мөнәсәбәттәре, тормош һынауҙарын нисек кисереүҙәре, күңелдәрен йыуандырған да, йөрәктәрен өткән дә ваҡиғалар иҫтәренә төшә. Актерҙар һәм тамашасы үҙе өсөн «Был донъяның һынауҙарын мин лайыҡлы үттемме? Дөрөҫ йәшәнемме?» тигән мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй, фәлсәфәүи уйҙарға ла төшөп китә, сәхнәләге мәҙәк күренештәргә эйәреп, ихлас көлә лә.
М. Кәримдең бына шундай тәрән фәлсәфәүи повестарының береһен Милли йәштәр театры Владимир Жеребцов авторлығындағы пьесаға нигеҙләнеп сәхнәләштергән, ҡуйыусы режиссер — БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов. Күңелдәргә яҡын һәм шул уҡ ваҡытта ябай ауылса сәхнә биҙәлешен рәссам Искәндәр Бакиров, ә актерҙарҙың кейемдәрен Әлиә Байрамғолова, сәхнәләге яҡтылыҡ буйынса Светлана Насонова эшләгән. Һәр күренештә урынлы яңғыраған музыкаль биҙәлеш — композитор Вәсил Ғафаровтың ижад емеше. Спектаклдең тексын башҡорт теленә яраҡлаштырыу С. Юлаев исемендәге премия лауреаты, драматург Зөһрә Бураҡаева тарафынан атҡарылған. Ә инде төп ролдәрҙе Вадим Ҡылысов, Гилүс Минһажев һәм БР-ҙың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов башҡара. Шулай уҡ БР-ҙың халыҡ артистары Мәғәфүр Усманов, Венер Камалов, Илсур Хәбиров, Рушанна Бабич, Гөлшат Ғайсина, БР-ҙың атҡаҙанған артистары Гөлбинә Сафуанова, Гөлсөм Бикбулатова, Илгиз Таһиров, Шәһит Хамматов һәм театр актерҙары Салауат Юлдашбаев, Ләйсән Миңлеғәлиева, Динислам Сафин, Әбйәлил Үтәбаев, Гөлсәсәк Зарипова уйнай. Улар һәр береһе үҙ урынында — оҫталыҡтарына һоҡланмай булмай.
«Силсәүит, Алдар һәм Адвокат» спектакле һәр быуын вәкиле күңеленә кешелеклелек, миһырбанлыҡ, тоғролоҡ, дуҫлыҡ орлоҡтары һала, яҡшынан яманды, дөрөҫтән ялғанды айыра белергә өйрәтә. Заман шауҡымында ни сәбәптәндер тоноҡлана барған күрше-күлән, ауылдаш, райондаш, ватандаштар тигән кешеләрҙе берләштерер көслө һәм мөһим төшөнсәләр барлығын хәтергә төшөрә. Быларҙы спектакль күрһәтелгән тәүге көндәрҙә килеп ҡараған һәр тамашасы асыҡ тойҙо һәм аңланы.
ШУЛАЙ ИТЕП…
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының яңы спектакле, әлбиттә, яҙыусының әҫәрендә барған бөтә ваҡиғаларҙы, фекерҙәрҙе ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсенә һыйҙырып, үҙендә туплап бөтә алмаған. Әммә унда һәр кеше өсөн яҡын, мөһим һәм бөгөн дә көнүҙәк мәсьәләләр, аҡыл сағылдырылды. Һәр тамашасы үҙе өсөн кәрәкле хис-тойғоларҙы, уйҙарҙы кисерә алғандыр. Был инде «Силсәүит, Алдар һәм Адвокат» драмаһының сәхнә ғүмере оҙон булырына ныҡлы ышаныс тыуҙыра.
Сәриә ҒАРИПОВА.
«Киске Өфө» гәзите, №14, 2023 йыл
#КискеӨфө сайты:
http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&i..