РЕСПУБЛИКА БАШКОРТОСТАН, УФА, ЛЕНИНА, 62

УЙЫН МЕНӘН ТУЛЫ ТЕАТР…

Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында баш ҡалалағы театрҙарға яратып йөрөгән тоғро тамашасылар күптер. Шуға ошо өлкәләге яңылыҡтар менән таныштырыу ниәтендә был юлы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының баш режиссеры Рөстәм Милләт улы ХӘКИМОВ менән коллективтың һуңғы осорҙағы эшмәкәрлеге тураһында әңгәмәләштек.

Йәштәр театры тормошонда ниндәй яңылыҡтар бар?

— Театр тормошо бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, һәр көн ниндәйҙер яңылыҡ булып тора. Гастролдәр, фестивалдәр, семинарҙар — береһе лә беҙҙең коллективты урап үтмәй. Киләһе йылға бер нисә фестивалгә заявкалар ебәрелгән дә инде, улар һайлау этабын көтә. Ә гастролдәргә килгәндә, республика ауыл-ҡалаларына йыл дауамында спектаклдәр менән сығып торабыҙ. Күптән түгел Мостай Кәримдең тыуған яғында, Шишмә районының Келәш ауылында әҙиптең «Ауыл адвокаттары» әҫәре буйынса ҡуйылған «Силсәүит, Алдар һәм Адвокат» спектакле менән сығыш яһаныҡ. Халыҡтың бик яҡшы һәм ихлас ҡабул итеүенә һоҡландыҡ. Былтыр ҙа «Аҡмулла» спектакле менән шағир-мәғрифәтсенең тыуған яғында, Миәкәлә йөрөп ҡайтҡайныҡ. Яңы йыл алдынан ғына «Ҙур гастролдәр» сиктәрендә Брянск ҡалаһына барҙыҡ. Ә уларҙың артистары, үҙ сиратында, беҙҙең тамашасы менән танышты. Унан һуң, республикала, баш ҡалабыҙҙа уҙған «Әйҙә, уйнарға!», «Китап байрам» кеүек ҙур сараларҙан да ситтә ҡалмайбыҙ. Театр бер ваҡытта ла үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәмәй.
Республикабыҙҙан ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә режиссерҙар, хореографтар, рәссамдар, композиторҙар, инсценировка авторҙары йәлеп ителә. Бер-беребеҙ менән аралашып, тәжрибә бүлешеп ижад итәбеҙ. Уҙған йылда беҙҙең театрҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов Канада драматургы С. Лебо әҫәре буйынса «Дейеүкәй» спектаклен ҡуйҙы. Ошо көндәрҙә шул уҡ театрҙан БР-ҙың атҡаҙанған артисы, режиссер Фирғәт Ғарипов М. Ғиләжевтың «Аҡһаҡ» драмаһын сәхәнәләштерә. Һәр режиссерҙың үҙ ысулы, спектаклде төҙөүҙә үҙ концепцияһы бар һәм саҡырылған режиссер менән хеҙмәттәшлектең төп бурысы: актерҙарға үҙ көсөн һынап ҡарау, яңы режиссер менән эшләп, үҙ геройын һынландырғанда ниндәйҙер яңы мөмкинлектәр асыу.

Дауамы #КискеӨфө сайтында:
https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&..

Настройте меню категорий в конструкторе заголовков -> Мобильный телефон -> Элемент меню для мобильных устройств -> Показать/скрыть -> Выбрать меню.
Корзина
Начните вводить текст, чтобы увидеть сообщения, которые вы ищете.